Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде15.06.2026

2025 йылда республикаға 2,4 миллион турист килгән.

Фото: Башҡортостандың туризм министрлығы | архив

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәккә туристар ағымының артыуы билдәләнде. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса республика Рәсәй буйынса дөйөм рейтингта 16-сы урындан 13-гә күтәрелде. Башҡортостанға 2,4 миллион турист килгән (2024 йылға ҡарағанда 8,2% күберәк), тип хәбәр итте республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Уҙған йылда республикабыҙ Волга буйы федераль округы рейтингында Татарстандан, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләренән ҡалышты, быйыл иһә өсөнсө урынға сыҡты, тип иҫкә төшөрҙө ул.

 «Һандар ҡыуандыра. Сағыштырып ҡарау ҙа мөһим. Хәҙер эске туризмға ҡыҙыҡһыныу арта, бының менән файҙаланырға, туристарҙы республикаға йәлеп итергә кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.


Вернуться назад