Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды15.06.2026

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты | матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың Ғафури районы ЗАГС-ы Альбина һәм Дамин Йәрмиевтар ғаиләһендә дүртенсе бала тыуыуын теркәне. Ата-әсә өсөнсө улдарына Иҙел тип исем ҡушҡан.

«Бәхетле ата-әсә өлкән балалары менән улдарының тәүге документын алырға килде. Самира менән Эмир — уҡыу алдынғылары, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Аяз балалар баҡсаһына йөрөй. Улар ҡустыларының тыуыуын түҙемһеҙләнеп көткән», — тип яҙа профилле дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.



Вернуться назад