Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә журналистарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
«Кисә Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Республикала һәм илдә беҙҙең коллегаларҙың эшенән күп нәмә тора. Уларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйем», – тине республика етәксеһе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» байрам уңайынан башҡорт радиоһы легендаһы Наилә Ғәләүетдинова тураһында яҙма менән бүлеште.