Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы15.06.2026

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә журналистарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

«Кисә Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Республикала һәм илдә беҙҙең коллегаларҙың эшенән күп нәмә тора. Уларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйем», – тине республика етәксеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» байрам уңайынан башҡорт радиоһы легендаһы Наилә Ғәләүетдинова тураһында яҙма менән бүлеште.



Вернуться назад