Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев «Башҡортостан» милли паркында урынлашҡан «Грезы» мәмерйәһенә экспедиция ваҡытында ҡыҙыҡлы табышҡа юлыҡҡан. Тәүҙә походта ҡатнашыусылар артефактты ябай таш тип уйлаған һәм табышты геологҡа күрһәткән. Белгес бының боронғо мамонттың теше икәнен раҫлаған.
Табышты Өфөнөң «Урал тауҙары илселеге» музей үҙәгенә ҡуйырға йыйыналар.
Яңыраҡ табылған мамонт теше Башҡортостандың Милли музейына тапшырылды.