«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын әҙерләгән.
Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтереү буйынса 20 киң мәғлүмәт сараһы исемлегендә беренсе урында – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Цитата килтереү индексы – 69,25.
Икенсе урында – 63,91 индексы менән Ufa1.ru, өсөнсөлә — Mkset.ru (48,69). Шулай уҡ ун төбәк иҫәбендә Ufatime, Ufa.rbc.ru, БСТ, Комсомольская правда – Уфа, Коммерсантъ – Башкортостан, Gorobzor.ru, «Башкортостан» ДТРК-һы. Улар араһында шулай уҡ 5,24 рейтингы менән I-gazeta.com баҫмаһы ла бар.
Мәғлүмәт агентлығы һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары араһында өҙөмтә килтереү йәһәтенән лидер булып тора.