Еңеүсегә — “ҡорос ат”!06.07.2012
Еңеүсегә — “ҡорос ат”!Аллы-гөллө кейенгән кешеләр Сорғот театры эргәһендә уҙасаҡ һабантуйға иртә таңдан йыйылды. Быйыл йыйын ҡалабыҙҙа 25-се тапҡыр уҙғарылды.

Тигеҙ плитәләр һалынған майҙанда тирмә, палаткалар теҙелгәйне, уларҙа аш-һыу, сувенирҙар тәҡдим ителде. Сәхнәлә Сорғоттоң үҙешмәкәр артистары, Ҡазан, Лангепас, Мегион, Нефтеюганск ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны.
Бер мәл алыҫ-алыҫтарға халҡымдың саҡырыу ораны һымаҡ "Салауат" йыры яңғыраны:
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты,
Ай-һай, Салауат, башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны!
Йыр шул тиклем матур, йөрәккә үтеп инерлек. Бөтә кеше ошо моң ағылған яҡҡа ашыҡты. Сәхнәлә Башҡортостандан "Каруанһарай" ансамбле сығыш яһай ине.
Ҡатыны, өс айлыҡ ҡыҙы менән килгән Учалы егете Динар Насибуллиндың ауыл тураһындағы йыры йылы хистәр уятты, ауылды һағыныу һағышын ҡуҙғытты.
Тоҡ кейеп йүгереү, ҡул көрәштереү, сайпылтмайынса көйәнтәләп һыу ташыу кеүек ярыштарҙа һәр кем ҡатнашырға тырышты. Халыҡ иң күп йыйылған урын, әлбиттә, милли көрәш майҙаны булды. Батырҙар дүрт ауырлыҡта көс һынашты. Көрәш ҡыҙыу барҙы: егеттәр бер-береһенә бил бирергә теләмәй, ә йән-яҡтан ҡарап торған көйәрмәндәр берсә батырҙарҙы ҡеүәтләп ҡысҡыра, берсә судьяларға ҡушылып китеп, дөрөҫ баһа биреүҙе күҙәтә.
Башҡортостандың Мәсетле районы Яуыш ауылында йәшәүсе Фаилә менән Данис Насибуллиндарҙың өс улы ла көрәшсе икән. Һабантуйҙа уртансылары Илшат еңел ауырлыҡтағылар араһында еңеүсе булды. Башҡаларҙың да таһыллығы һоҡландырҙы. Абсолют чемпион исемен Татарстан егете Рушан Хәйруллин яуланы. Ул еңел автомобиль менән бүләкләнде.
Рәхилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ханты-Манси автономиялы округы.


Вернуться назад