Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла10.06.2026

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте.

Фото: Галина Бахшиева / «Башинформ»

4 июлдән Өфө менән Истанбул араһында тура рейстар башлана. «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рейстар аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм шәмбе көндәрендә башҡарыла.

Әлеге ваҡытта Өфөнән Истанбулға Utair һәм Red Wings авиакомпаниялары самолеттарында осорға мөмкин.



Вернуться назад