Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты10.06.2026

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.

Фото: Азат Гиззатуллин | «Башинформ»

Бөгөн, 10 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында республика ирекмәндәре лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты. Шишмә районында район-ҡалаларҙағы волонтерҙар һәм ирекмәнлекте ойоштороусылар өсөн өс тематик майҙансыҡ булдырылған.

Дүртенсе йыл рәттән лагерь республикабыҙ ирекмәндәре берләшмәһенең иң әүҙем 300 вәкилен берләштерә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Һандар тураһында әйткәндә, бөгөнгә Добро.рф федераль порталында ғына Башҡортостандан төрлө йәштәге 200 меңгә яҡын ирекмән теркәлгән. Ике йыл элек 132 мең ине.

«Яҡты күңелегеҙ, эскерһеҙ рәүештә илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн байтаҡ эштәр башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн бында иң өлкән ирекмәнгә – 62, кеселәренә 14 йәштәр тирәһе, тинеләр миңә. Был иһә ҙур ирекмәндәр армияһы, беҙҙең өсөн ғәйәт ҙур һәм мөһим көс. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һеҙҙең иңгә бик күп яуаплылыҡ һалынды: COVID, янғындар, Ҡара диңгеҙ буйы, һәм, әлбиттә, махсус хәрби операция.

Яңыраҡ Петербург иҡтисади форумы, партнерҙар йәлеп итеү һәм республика менән таныштырыу өсөн мөһим сара уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы инвестициялар йәлеп итеү рейтингында өсөнсө урынды яуланы. Беҙгә уңыштың сәбәптәре тураһында һорауҙар бирҙеләр. Беҙҙең бурыс – махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү, иҡтисадты үҫтереү һәм булған проблемаларҙы хәл итеү. Махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк, тине президент. Был бурысты үтәйәсәкбеҙ. Көстәрҙе туплап, һәр кем үҙ эшен башҡарһа, барыһы ла килеп сығасаҡ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

МХО башланғандан алып ирекмәндәр 19 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйып оҙатҡан. Беҙҙең ирекмәндәр федераль кимәлдә лә һөҙөмтәләргә өлгәшә. Былтыр Октябрьскийҙан йәш ирекмән Семен Борденюк #МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара премияһының «Изгелек быуыны» номинацияһында еңеүсе булды. Уҙған аҙнала ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Бөтә Рәсәй ирекмәнлек акцияһын ойошторҙо.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әүҙем ирекмәндәргә «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» почет билдәһе тапшырыла.



Вернуться назад