Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы10.06.2026

Ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай.

Фото: автор | «Башинформ»

ЗАГС реестры популяр һәм үҙенсәлекле исемдәр тураһында мәғлүмәттәрҙе яңыртты.

Статистика күрһәтеүенсә, ҡыҙҙарға йышыраҡ Йәсминә, София, Амелия, Әминә һәм Эмилия исемдәрен һайлайҙар. Быйыл малайҙарға күберәк Әмир, Эмир, Михаил, Тимур һәм Марк тип ҡушҡандар.

Ә ҡайһы бер исемдәр йылына бер нисә тапҡыр ғына осрай.

Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр – Мәстүрә, Зухро, Лолита, Эливия һәм Джасмина. Һирәк осраған ир-егет исемдәре: Әҙелхан, Арзу, Мортаза, Рэм һәм Эрлан.

ЗАГС белгестәре билдәләүенсә, күпселек ата-әсәләр балаларына матур яңғырашлы, модалы исемдәр һайлай. Ә һирәк осраған исемдәр йыш ҡына ғаилә традициялары йәки башҡаларҙан айырылып тороу теләге менән бәйле.



Вернуться назад