Илдең күрке — батырҙар06.07.2012
Илдең күрке — батырҙарЭлек-электән һәр ырыу, һәр ауылдың көрәштә бил бирмәҫ үҙ батыры, сибәрлеге менән һушты алыр матуры булған. Һуңғы йылдарҙа һылыуҡайҙарыбыҙ өсөн конкурстар үтһә лә, ир-егет араһында көс һәм таһыллыҡ талап иткән бәйгеләр һирәк була ине. Ә бына күптән түгел Сибайҙа “Ирәндек бөркөтө” I республика спорт фестивале ойошторолдо.

Уның төп маҡсаты — батыр, ҡыйыу башҡорт егеттәрен билдәләү, милли спортты үҫтереү, республика ҡала-райондары араһында бәйләнеште нығытыу һәм халҡыбыҙҙың йолалары аша йәш быуында милли рух тәрбиәләү. Алдан уҡ шуны билдәләү кәрәк: фестиваль тулыһынса үҙ маҡсатына өлгәште. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтың тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән бәйге республика кимәлендә ойошторолоп, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай ҡалалары, шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура һәм Бөрйән райондары баһадирҙарын бергә йыйҙы. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап ойошторолған фестиваль ысын мәғәнәһендә батырҙар майҙанын хәтерләтте. Көс һәм таһыллыҡ, сәм һәм ғәйрәт талап иткән бәйгелә алтмыштан ашыу спортсы ҡатнашты. Тәүге көндә егеттәр йүгереүҙә көс һынашһа, иртәгәһенә уларҙан мәргәнлек талап ителде. Пневматик винтовканан атыуҙа 16 — 18 йәшлектәр араһында Венер Нәбиевкә (Баймаҡ), 19 йәштән өлкәндәр араһында Айҙар Байсуринға (Сибай) тиңләшеүсе табылманы.
Ниндәй батырҙар бәйгеһе көрәшһеҙ үтһен инде?! Майҙан тотоп, бил һынашҡан егеттәрҙең барыһы ла ярышҡа етди әҙерләнеп, һәр береһе еңеү яуларға килгән. Араларында спорт мастерлығына кандидаттар ҙа бар. Баһадирҙар алышы бик ҡыҙыу барҙы. Ниһайәт, беренселеккә дәғүәселәр араһында иң-иңдәр генә ҡалды...
“Ирәндек батыры-2012” спорт фестиваленең абсолют чемпиондары тип Айҙар Байсурин менән Даян Ғүмәров танылды. Еңеүселәрҙең икеһенә лә Баймаҡ районы хакимиәтенең бүләге — арғымаҡ тапшырылды. Елдәй елгән аҡбуҙаттар башҡорт бөркөттәрен тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә күтәрһен, артабанғы алыштарға әйҙәһен. Икенсе урынды Илнур Иҫәнбаев (Сибай), Дмитрий Иванов (Стәрлетамаҡ) яулаһа, өсөнсөлөктө Вадим Төлкөбаев (Өфө) менән Айгиз Зәйнетдинов (Стәрлетамаҡ) бүлеште.
Арғымаҡты йүгәнләгән егеттәр Сибай ҡалаһында белем ала. Айҙар сығышы менән — Йылайыр районының Сәләх ауылынан, спорт мастерлығына кандидат, милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы. Әле БДУ-ның Сибай институтының физик культура һәм спорт бүлеген тамамланы. 16 — 18 йәшлектәр араһында еңеүсе Даян — Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы егете. БДАУ-ҙың урындағы филиалында беренсе курсты тамамланы.
Көньяҡ Уралдың мәҙәни Мәккәһе булған Сибай ҡалаһы киләсәктә республиканың спорт үҙәгенә әйләнәсәгенә ышаныслы аҙым яһаны. Тап “Ирәндек батыры-2012” спорт фестивале уның шулай буласағын йәнә бер тапҡыр дәлилләне. Илдең күрке — батырҙар барында бәйгеләр үтер әле...
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад