Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр итте.
Йома, 12 июндә, һәм шәмбе, 13 июндә, поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, табип саҡыртыу көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул ителә. 14 июнь – ял көнө.
2026 йылдың 12 һәм 13 июнендә профилактик медицина тикшереүҙәре һәм диспансеризация үткәрелә.
Ә ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 12 һәм 13 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар яралғыны антенаталь һаҡлау кабинеттарында УЗИ скрининг үтә ала.
Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг өсөн биоматериал 12 һәм 13 июндә иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.
Өфө һәм Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаларының эш графигын һылтанма буйынса табырға мөмкин, дарыуханаларҙың эш графигы ошо һылтанмала.