Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте10.06.2026

Йәшенле ямғыр яуыуы һәм елдең көсәйеүе ихтимал.

Фото: «Башинформ» | архив

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 10 июндә, Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән йәшенләп ямғыр яуыуы мөмкин.

Көндөҙ һауа +18, +23° тиклем йылына. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, ваҡыты менән секундына 15 метрға етеүе ихтимал.

Иртән юлдарҙың айырым участкаларында томан төшөүе көтөлә. Юлдарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.



Вернуться назад