Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы09.06.2026

Тауыш биреү 12 июндә тамамлана.

Фото: Радий Хабиров | МАХ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына 2027 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Тауыш биреү «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә бара һәм 12 июндә тамамлана.

Быйыл Башҡортостанда йәшәүселәргә 246 объект тәҡдим ителгән. Уларҙың 152-һе федераль аҡса аласаҡ.

«Республиканың йөҙөн үҙгәртеү өсөн бер нисә көн», — тип яҙҙы Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, 2019 йылдан программа ярҙамында тотош республикала 1000-гә яҡын объект тәртипкә килтерелгән.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, әле 800 мең кеше тауыш биргән. Объекттарҙы zagorodsreda.gosuslugi.ru платформаһында, улай уҡ парктарҙа һәм башҡа йәмәғәт киңлектәрендә эшләгән ирекмәндәр ярҙамында һайларға мөмкин.

«Әгәр тауыш бирмәгән булһағыҙ, ҡушылығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика халҡына.


Вернуться назад