Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе09.06.2026

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттарына үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер проект йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылды.

Документты өйрәнгәндән һуң «Башинформ»ға билдәле булыуынса, критерийҙар яңы демографик һәм социаль-иҡтисади күрһәткестәр менән тулыланған. Шулай уҡ үҙгәрештәр райондарҙа ойоштороу комитеттары составтарын актуалләштерергә тәҡдим итә. Проектты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән «Айыҡ ауыл» республика конкурсы тергеҙелде. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырыла (номинацияға ҡарап 3-6 миллион һум).

2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы «Айыҡ ауыл» конкурсын «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлеше буйынса «Яңы замандың көслө идеялары» исемлегенә индерҙе.



Вернуться назад