Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә.

8 июндән 9-ына ҡарай төндә Өфө районында Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең уң яғы ябыла. Сикләү бер ай – 8 июлгә тиклем ғәмәлдә була. Башҡортостандың Транспорт министрлығында белдереүҙәренсә, күперҙә ремонт эштәре башҡарыу планлаштырыла. 15 июлдән 13 авгусҡа тиклем Өфөгә йүнәлеште ябалар. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыласаҡ.
Ремонт ваҡытында транспорт ағымы өсөн дүрт һыҙат ҡалдырыла. Кәрәк булған осраҡта уларҙы киңәйтәләр: водителдәр иртән – Өфө яғына, кискә ҡаланан сыҡҡанда өс һыҙат буйлап йөрөй ала. Хәрәкәт светофор ярҙамында көйләнәсәк.