Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо хаҡында иҫкәртте.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, көньяҡ-көнсығышта көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана.
Ел төньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, күк күкрәгәндә секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +20,+25°.
Төндә һәм иртән автомобиль юлдарында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.