Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды08.06.2026

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Башҡортостанда 8-28 июндә «Йөк автомобиле» махсуслаштырылған иҫкәртеү сараһы уҙғарыла. Ул ҙур йөк машиналары ҡатнашлығындағы аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың дәүләт автоинспекцияһынан.

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды. Ағымдағы йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса республикала йөк транспорты водителдәре ҡатнашлығында 87 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 28 кеше һәләк булған һәм 9-һе йәрәхәттәр алған.

Йөк машиналары водителдәре айырым иғтибар үҙәгендә. Шулай уҡ инспекторҙар транспорт сараларының техник торошон, ғәмәлдәге диагностик карталарҙың һәм тахографтарҙың булыу-булмауын, хеҙмәт һәм ял режимының үтәлешен тикшерә.

Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һораны.




Вернуться назад