Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан08.06.2026

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Фото: «Башинформ» | архив

 Башҡортостанда 2026 йылда мотлаҡ медицина страховкалау программаһы сиктәрендә экстракорпораль аталандырыуға квоталар һаны 2025 йыл менән сағыштырғанда 14,46% артҡан.

Республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында ҡарарға ярашлы, быйыл иһә квоталар һаны 2842-гә еткән.

2025 йылға 2489 квота бүленгән.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтындағы документҡа ярашлы, 5 июнгә ҡарата исемлектә торған 37 ҡатын-ҡыҙға квота хупланған, 283 ҡатын-ҡыҙ үҙ сиратын көтә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, өс йыл эсендә Башҡортостанда ЭКО ярҙамында 1335 сабый донъяға килгән.



Вернуться назад