Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан05.06.2026

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Фото: Ләйсән Үтәшева | МАХ

Рәсәй гимнасткаһы һәм телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева Башҡортостандың Әлшәй районында йәшәгән Зөбәржәт өләсәһендә ҡунаҡта. Өфөлә уҙған бизнес-фестивалдә сығыш яһағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан. 

«Өфөләге форумдан һуң ҡайҙа юл тотҡанымды аңланығыҙмы? Әлбиттә, нәнәйемә. Минең капиталым», — тип яҙа Үтәшева.

Яҡташыбыҙ мул һыйлы аш өҫтәленә айырым видео бағышлаған.

— Ниндәй ризыҡтар яратҡанымды һеҙгә лә күрһәтәйем әле. Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым — ысын, Раевка ҡымыҙы. Был реклама түгел, әммә бына шул тәмле.

Ләйсән Үтәшева интервьюларының береһендә Раевкала йәшәгән олатаһы-өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа ҡайтыуы хаҡында әйткәне бар (олатаһы 2025 йылда донъя ҡуйҙы). Яҡташыбыҙ уларҙың йортон көс алыу урыны тип атай.



Вернуться назад