Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты05.06.2026

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

1 июндән Utair авиакомпанияһы Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Рейстар дүшәмбе көндәрендә Boeing-737 самолеттарында башҡарыла. Юлдағы ваҡыт - 3 сәғәт 45 минут.

Бынан тыш, «Аэрофлот» авиакомпанияһы рейстары менән аҙнаһына өс тапҡыр Өфөнән Краснодарға осорға мөмкин.

Башҡортостандың туристар өсөн мөмкинлектәрҙе нисек киңәйтеүе тураһында Башинформ материалында уҡығыҙ.



Вернуться назад