Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Мишкә районында «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһының 4 километры яңыртылды. Эштәр Сосновка һәм Октябрь ауылдары араһында алып барылды. Подряд ойошмаһы эштәрҙе тамамлаған тиерлек, тик юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр һыҙырға ғына ҡалған.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдәләүенсә, был юл республиканың иң мөһим транспорт артерияларының береһе булып тора. Ул Рәсәйҙең терәк юл селтәренә инә, сөнки республиканың алыҫ төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы өсөн Өфө менән транспорт бәйләнеше булдыра. Был юлдан тәүлегенә 24 мең машина үтә.
2026 йылда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 28 километрын ремонтлау планлаштырыла. Бөрө, Борай, Ҡалтасы, Мишкә, Яңауыл райондарында трассаның һигеҙ участкаһы япмаһын яңыртырға тейештәр.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы төҙөкләндерелгән Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаһын күрһәтте. Әлеге ваҡытта Ишембай районында һигеҙ километрлыҡ участка файҙаланыуға тапшырылған.