Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

5 июндән йыл һайын уңайлы ваҡытта түләүле отпуск алырға хоҡуҡлы кешеләр даирәһен киңәйткән федераль закон көсөнә инә. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был яңылыҡ I йәки II төркөм инвалиды булған һәм никахта тормаған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренә һәм балаларына ҡағыла.
Бығаса ҡатыны йәки ире генә эш биреүсенән «сиратһыҙ» һәм хәрби хеҙмәткәр менән бер үк ваҡытта отпуск талап итә ала ине. Хәҙер хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының ата-әсәләре һәм балалары ла ошондай хоҡуҡҡа эйә.
«Әгәр хәрби хеҙмәткәрҙең отпускыһы эшләп йөрөгән туғанының ялына ҡарағанда оҙайлыраҡ булһа, өҫтәп хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған көндәр алырға мөмкин», — тине Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова.
Закон ҡаты яраланып, инвалидлыҡ алған хәрби хеҙмәткәрҙең ире йәки ҡатыны булмаған осраҡтарға ҡағыла.