Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда киләһе тәүлектә күк күкрәп көслө ямғыр яуыуы көтөлә, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.
Бөгөн, 4 июндә, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы, көньяҡ-көнсығышта көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.
Йома, 5 июндә, Башҡортостанда төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә +7, +12 градус, көндөҙ һауа +17, +22 градусҡаса йылына.
Синоптиктар фаразлауынса, аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә яуым-төшөм кәмей.