Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр04.06.2026

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

«Ирәмәл» тәбиғәт паркында айыуҙарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелә. Тайыштабандар «Төлөк» контроль-үткәреү пункты яғынан популяр маршрутта айырыуса күп, тип иҫкәрттеләр туристарҙы парк дирекцияһында. Шуға күрә Ирәмәл тауы тирәһендә әлегә палаткала ҡуныу кәңәш ителмәй.  

Тауға менергә яратыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр: маршрутты мотлаҡ теркәргә һәм парк хеҙмәткәрҙәренә килеүең тураһында хәбәр итергә кәрәк, төркөм менән йөрөү яҡшыраҡ.

Айыуҙарҙы ҡурҡытыу өсөн маршрутта ҡысҡырып һөйләшеү, йырлау, һыҙғыртҡыс алып йөрөү зарур. Һуҡмаҡтарҙа аҙыҡ-түлек һәм сүп-сар ҡалдырырға ярамай. Ә йыртҡыс менән осрашҡанда уға яҡын барыу һәм ашатыу йәки фотоға төшөрөү тыйыла. 

Бынан алдараҡ «Башинформ» яҡташыбыҙҙың айыу менән күҙмә-күҙ осрашыуы хаҡында яҙғайны.



Вернуться назад