Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған03.06.2026

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Фото: «Башинформ» | архив

2026 йылдың биш айында шунса бала табыу сертификаты бирелгән, тип хәбәр итә Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе. Уларға түләүгә 125 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Статистика буйынса, ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған: уларҙың һаны 6% күберәк. Сабыйҙарҙың уртаса ауырлығы – 3,3 килограмм, буйы – 52 сантиметр.

Ә 738 баланың ауырлығы – 4 килограмдан, өс малайҙыҡы 5 килограмдан ашыуыраҡ тәшкил иткән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала ғаиләләргә яңы ярҙам саралары тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад