Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел тип әйткәнде йыш ишетәбеҙ. Пенсия йәшенә еткәс, донъяның тотош йәмен юғалтҡандай көн күреүселәр ҙә бар. Ә бына Бөрйән ҡыҙы Сәмәрә Хәлитова үҙ миҫалы менән киреһен иҫбатлай.
Яңыраҡ Беларусь Республикаһында үткәрелгән гер күтәреү буйынса донъя беренселегендә еңеү яулап ҡайтты ул. Был ярышта тик оло йәштәгеләр генә ҡатнаша. Үҙ көсөн һынап ҡарарға чемпионатҡа төрлө илдәрҙән киләләр. Сәмәрә Әхәт ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан. Ғүмеренең күп өлөшөн балаларҙы физик культуранан уҡытыуға бағышлаған. Уның дөйөм педагогик стажы — 30 йылдан ашыу. Республикабыҙҙа уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла еңеүсе булған.
Сәмәрә Хәлитова хаҡлы ялға сыҡҡас, гер күтәреү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Быйыл май айында Керчь ҡалаһында уҙғарылған Европа чемпионатында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Хәҙер килеп донъя чемпионатында еңеү яуланы! Шунан ҡартлыҡ шатлыҡ түгел тип әйтеп ҡара инде.
А. АБҘАҠОВ.