Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште03.06.2026

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа йәшәүселәр интернет менән күберәк файҙалана.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте | pravitelstvorb.ru

Башҡортостандың туғыҙ районынанда 12 ауыл «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектының «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә быйыл интернетлы булды. Улар – Әбйәлил, Бәләбәй, Благовещен, Борай, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә, Учалы һәм Шаран райондары ауыл-ҡасабалары. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә 100-ҙән аҙыраҡ кеше йәшәй, башлыса 300 кешелек ҡасабалар, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығында.

Мобиль элемтә операторҙары билдәләүенсә, интернет менән файҙаланыу буйынса ауыл ере ҡала менән тигеҙләшә, 2020 йылда «ауыл» трафигы ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ ине. Бынан алдараҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең интернет-өҫтөнлөктәре тураһында яҙғайныҡ.

Һанлы үҫеш министрлығында белдереүҙәренсә, интернетҡа тоташҡан ҡасабалар араһында — туристар араһында популяр булған урындар, мәҫәлән, гүзәл тәбиғәтле Әбйәлил районында Бөрсөнсө һәм Атауҙы күлдәре менән билдәле Дәүләтша ауылы.



Вернуться назад