Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була, тип иҫкә төшөрә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы. Аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй көнө уңайынан өс көн рәттән ял көтә. 12, 13 һәм 14 июнь – ял көндәре. Кемдәр алты көн эшләй, улар 12 һәм 14 июндә ял итә.
Кесе йома, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда 12 июнь генә календарь ял көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда киләһе оҙайлы ял көндәре октябрҙә генә көтөлә. Йәкшәмбегә тура килгән Республика көнө айҡанлы ял дүшәмбегә күсерелә. Шулай итеп, 10 октябрҙән 12-һенә тиклем ял итәбеҙ.