Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә

3-4 июндә Каспий диңгеҙе циклоны Башҡортостанға ямғырҙар алып килә. Был турала Башгидрометүҙәктән хәбәр иттеләр. Айырыуса республиканың көньяҡ-көнсығышында, йәғни Урал аръяғында көслө яуым-төшөм көтөлә. Бәләкәй тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе, быуалар һәм һыуһаҡлағыстарҙың тулыуы ихтимал, тип иҫкәртә синоптиктар.
Температураға килгәндә, төндә +5, +12, көндөҙ +15, +21 градус. Ял көндәренә күктә дым запасы кәмей башлай.