Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне

Ошо көндәрҙә Шишмә районының Арыҫлан ауылында Фәриҙә Рәхмәтуллинаны бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланылар.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Ришат Мансуров әйтеүенсә, Фәриҙә Ғәйзетдин ҡыҙы теремек, шат күңелле күренә.
«Уның күҙҙәрендә — йәшәлгән йылдар балҡышы һәм аҡыл, йылмайыуында — тирә-йүндәгеләр менән йомарт бүлешкән йылылыҡ», — тип яҙа ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Фәриҙә Ғәйзетдин ҡыҙы Рәхмәтуллина 15 йәшенән үк эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Нуриман районында ағас әҙерләүҙә ҡатнаша, Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында торф сығара. Уның Еңеүгә индергән өлөшө «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм юбилей миҙалдары менән билдәләнгән.