Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана02.06.2026

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Фото: «Башинформ» | архив

Башгидромет синоптиктары Башҡортостанда июнь айына һауа торошона фараз бирҙе. Уртаса тәүлек һауа температураһы нормаға яҡын була (норма +17,4°). Ә бына айлыҡ яуым-төшөмдөң нормаға яҡын һәм унан күберәк булыуы фаразлана (норма 50-70 миллиметр).

Бөгөн, 2 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Һауа температураһы көндөҙ +14, +19°.

Шаршамбы, 3 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көньяҡ-көнсығышта көслө ямғыр, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Төндә термометр бағанаһы +5, +10 °, көндөҙ +16, +21°.



Вернуться назад