Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне

Рәсәй президенты Владимир Путин Терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы тороу буйынса координация үҙәге директоры, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректораты ҡарамағындағы кәңәшсе Илһам Хәбибуллинды II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне.
Башҡортостандың Рус драма театры артисы Валерий Малюшинға «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены тапшырылды.
Куйбышев тимер юлы — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.