Ғибәҙәтханаларҙы 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асырға йыйыналар.

Башҡортостанда «Патриот» хәрби-патриотик паркында мәсет һәм сиркәү төҙөлөшөнә нигеҙ һалынды. Ғибәҙәтханалар Тыуған ил өсөн алышта һәләк булғандар иҫтәлегенә бер-береһенә яҡын ғына итеп төҙөлә. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала һөйләне.
Ҡорбан байрамы көнөндә Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Филарет, Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һәм республика етәкселеге ҡатнашлығында ошо ғибәҙәтханаларға нигеҙ ташы һалынды.
Мәсет һәм сиркәүҙе 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асырға әҙерләнәләр.
«Беҙ был объекттарҙы 4 ноябрҙә асырға һөйләшеп килештек», – тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.