14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты асылды. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итә.

Социаль селтәрҙә Кушнаренко районы халҡы рейс ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Республикаға идара итеү үҙәгенең «Инцидент менеджмент» мәғлүмәт системаһы теркәгән комментарийҙарҙы муниципалитет властарына тапшырылған.
Билдәле булыуынса, урындағы хакимиәт дүрт тапҡыр пассажирҙар ташыуға конкурс иғлан иткән, әммә ҡатнашыусылар булмаған. 2026 йылда ғына автобус маршрутын асыу мөмкинлеге килеп сыҡҡан.

