Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр29.05.2026

- 1° тиклем һалҡынайта.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 30 майҙа республиканың көньяҡ-көнсығышында көслө ямғыр яуыуы, төньяҡта -1° тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе, шулай уҡ йәшен йәшнәүе көтөлә.

Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +15, +20°.

Башинформ яҙғанса, Башҡортостанда май аҙағында ямғыр яуыуы фаразлана. 



Вернуться назад