Башҡортостанда йәшәүселәр Осетияға оса ала.
Аэропорттың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн NordStar авиакомпанияһы Өфө — Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара.
Өфөнән Владикавказға осоу ваҡыты – 3 сәғәт, кире йүнәлештә 2 сәғәт 55 минут тәшкил итә.
Маршрут буйынса рейстар уңайлы Boeing-737 самолеттарында башҡарыла.