Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә28.05.2026

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан.

Фото: «Башинформ» | архив

Ошо шәмбелә, 30 майҙа, Өфөлә «Йәшел марафон» мәрхәмәтлек акцияһы ойошторола. Быйыл унда илдең Владивостоктан алып Калининградҡа тиклем 60 ҡалаһы ҡатнаша. Стартҡа 140 меңдән ашыу кешенең сығыуы көтөлә.

Сараны үткәреүгә бәйле түбәндәге урамдар иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем ябыҡ була:

- Ағиҙелдең уң яғы урамы;

- Яр буйы урамы;

- Пугачев урамына параллель булған төшөү юлы. 



Вернуться назад