Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Ҡорбан байрамы билдәләнгән көндә Ҡырмыҫҡалы районының Варшавка ауылында яңы мәсет асылған. Уны «Атайсал» проекты сиктәрендә ошо ауылда тыуып үҫкән меценат һәм эшҡыуар Нил Хәмитов төҙөгән.
Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров хәбәр итеүенсә, бина былтыр уҡ төҙөлөп бөткән, әлегә тиклем эске биҙәкләү эштәре алып барылған. Хәйриәсе иман йортон тормош иптәше Миңлегөл Йәүит ҡыҙына бағышлаған.
Варшавка ауылы халҡы мәсет асыу тантанаһын үткәрҙе һәм мосолмандар өсөн изге байрамда тәүге тапҡыр күмәкләп намаҙ уҡыны.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге хәрби-патриотик парк биләмәһендә Тыуған илебеҙ өсөн һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә ғибәҙәтханалар төҙөлөшөн башлау тантанаһы уҙыуы хаҡында яҙғайны.
