Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана28.05.2026

Тәүгеләрҙән булып «һабан байрамын» Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы билдәләй.

Фото: «Башинформ» | архив

Башҡортостанда һабантуйҙар мәле етте. Яҙғы сәсеү эштәренең тамамланыуын символлаштырған «һабан байрамын» тәүгеләрҙән булып шәмбе, 30 майҙа, Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы билдәләй.

Төп тантаналар 6 июндә үткәрелә. Был көндө 20 районда һабантуй ойошторола. Артабан халыҡ байрамдары 12-13 июндә була. Һабантуйҙар миҙгеле 18 июлдә Белорет районында тамамлана.

Байрам ҡунаҡтары һәм унда ҡатнашыусылар өсөн мөһим мәғлүмәт: һабантуй уҙғарылған көндәрҙә тейешле муниципалитет биләмәләрендә хәмер һатыу тыйыла.

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында белдереүҙәренсә, бындай сара күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдарҙа хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өсөн индерелә. Тыйыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын ваҡытлыса сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә һәм байрамды халыҡ йолаларына ярашлы – йырлап-бейеп, милли ризыҡтар менән һыйланып һәм, әлбиттә, хәмерһеҙ уҙғарырға саҡыралар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һуңғы ҡыңғырау көнөндә, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм яңы йыл каникулдарының ҡайһы бер көндәрендә «ҡоро закон» ғәмәлдә.



Вернуться назад