Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде28.05.2026

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте | МАКС

Өфөгә Voetspore халыҡ-ара экспедицияһы ҡатнашыусылары килде. Көньяҡ Африка сәйәхәтсеһе һәм продюсер Йоханнес Баденхорстың медиапроекты Мурманскиҙа старт алды һәм тамашасыларҙы Рәсәйҙең мәҙәниәте, традициялары, аш-һыуы, архитектураһы, тәбиғәте менән таныштырыу өсөн 13 документаль фильм төшөрөүҙе күҙ уңында тота.

Ижади төркөм Еңеү паркында, «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә, Дуҫлыҡ монументында, Ағиҙел буйында, «Торатау» конгресс-холында, археология һәм этнография музейында һәм башҡа объекттарҙа булды.

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә ойошторолған экспедицияның маршруты 20 мең километрҙан ашыуыраҡ, ә сәйәхәт ике айға яҡын дауам итер тип көтөлә. Программа Көньяҡ Африка телевидениеһында күрһәтеләсәк.

«Беҙ Рәсәйҙе йәнле аралашыу аша белергә: урындағы халыҡ менән осрашырға, уларҙың бешергән ризыҡтарынан ауыҙ итергә, йыр-моңдарын тыңларға һәм ҡомартҡылары менән танышырға теләйбеҙ. Шул саҡта беҙ рустарҙың ниндәй халыҡ икәнен яҡшыраҡ аңлай алырбыҙ тип уйлайым», — тип билдәләне Йоханнес Баденхорст.

Маршрут ҡатмарлы, шуға экспедицияла ҡатнашыусылар «Урал» заводы автомобилдәрендә йөрөтәләр, руль артында - тәжрибәле водителдәр.

Яңыраҡ «Башинформ» хәбәрсеһе Абхазияла булып ҡайтты. Тулыраҡ – агентлыҡтың ошо мәҡәләһендә.



Вернуться назад