Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана28.05.2026

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 28 майҙа, республикала ямғыр, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20°.

Йома, 29 майҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +15, +20°.

Шәмбе, 30 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көньяҡ-көнсығышта ҡойма ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +15, +20°.




Вернуться назад