Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар26.05.2026

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле.

Фото: Башҡортостандың Транспорт министрлығы | Мах

Башҡортостандың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 июндә Чесноковка ауылы янындағы Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә ремонт эштәре башлана. Юл хеҙмәттәре ремонт эштәрен 2026 йылдың август уртаһына тиклем тамамларға тейеш.

Ремонт ваҡытында ҡоролманың өлөштәре сиратлап ябыла, ә автомобилдәрҙе үткәреү өсөн реверсив хәрәкәт һәм светофор менән көйләү ойошторола.

«Өфө аэропортынан осорға йәки Башҡортостандың баш ҡалаһына килергә йыйынған пассажирҙарҙы күперҙе төҙөкләндереү эштәрен иҫәпкә алыуҙарын һәм сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙарын һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.



Вернуться назад