Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ата-әсәләр алырға мөмкин.

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1 июндән ғаилә түләүенә ғаризалар ҡабул итә башлай. Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ата-әсәләр алырға мөмкин. Был хаҡта фондтың төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Түләү килеме юғары булмаған ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән. Ул уҙған йылда түләнгән килем һалымының бер өлөшөн ҡаплай. Уны алыу өсөн ике ата-әсә лә (никахта тороу-тормау иҫәпкә алынмай) мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың алимент буйынса бурысы булмауы, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе мөһим.
Түләү алыу өсөн 2025 йылда ғаиләнең йән башына уртаса килеме 2025 йылда бер кешегә 23 673 һумдан артмаҫҡа тейеш. Был үткән йылда республикала билдәләнгән 1,5 күләмендәге йәшәү минимумы. Шулай уҡ ғаилә мөлкәтенә комплекслы баһа бирелә.
Түләүҙең күләме индивидуаль. Ул түләнгән НДФЛ (13%) һәм 6% ставкаһы буйынса яңынан иҫәпләнгән һалым араһындағы айырма булып иҫәпләнә. Әйтәйек, әгәр ҙә әсә бер йылда 600 мең һум килемдән 78 мең һум һалым түләһә, 6% ставкаһы буйынса ҡабаттан иҫәпләгәндә 36 мең һум килеп сыға. Бөтә шарттар үтәлгән осраҡта ул 42 мең һумды кире ҡайтара ала.
Ғаризаны 1 июндән үк бирергә мөмкин.