Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле.

Республикала «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында, 26 майҙа, хәмер һатыу тыйыла. Был хаҡта Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ҡарар мәктәп тантаналары ваҡытында хәүефһеҙлекте һәм тәртипте тәьмин итеү өсөн ҡабул ителде.
Тыйыу дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 50 мең сығарылыш уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай.