Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

24 майҙан Каспий диңгеҙе буйындағы курорт ҡалаһына – Аҡтауға тура рейстар асылды, тип хәбәр итә Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте.
Рейстар йәкшәмбе көндө Boeing-737 самолёттарында башҡарыла. Юлдағы ваҡыт – 2 сәғәт 10 минут.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфө аэропортынан популяр көньяҡ йүнәлешендә осоштар һанын арттырыла.