Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды22.05.2026

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге | видеонан стоп-кадр

Башҡортостандың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина Республикаға идара итеү үҙәгенә биргән интервьюһында 2026 йылда төбәк университеттарында бюджет урындарының һанын әйтте.

«Быйыл абитуриенттарыбыҙға уңыш йылмайҙы. Республикала бөтәһе 17 мең бюджет урыны бар, урта һөнәри белем дә иҫәпкә алынды. Бакалавриатҡа һәм белгеслеккә генә бюджет урындарын алғанда, улар 11 меңдән ашыу», — тип белдерҙе Мостафина.

Ведомство етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылда мәктәпте 16 мең бала тамамлай.

Башҡортостан шулай уҡ махсус операция яугирҙәре һәм уларҙың балалары һанынан льгота алыусылар категорияһын киңәйтте. Светлана Мостафина һүҙҙәренсә, хәҙер МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең хәләл ефеттәре бушлай уҡыу һәм имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғына эйә.





Вернуться назад