Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте

Уҙған йылдың декабрендә Олокүл ауылында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында яңы модулле табип амбулаторияһы асылды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы медицина учреждениеһында булды һәм уның эшен баһаланы.
Амбулаторияла медицина хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Көндөҙгө стационар, процедура һәм прививка яһау кабинеттары, шулай уҡ терапевт, педиатр, акушер-гинеколог һәм стоматолог кабинеттары эшләй. Республика клиникалары менән бәйләнешкә айырыуса иғтибар бүленә. Кәрәк булған осраҡта табиптар тиҙ арала Өфө һәм башҡа ҡалаларҙағы коллегалары менән кәңәшләшә ала.
Бына 15 йыл инде 42 йыл эш стажы булған акушерка Фәнисә Фәнил ҡыҙы Сабитова (42 йыл) һәм шәфҡәт туташы Рәмилә Мәхмүт ҡыҙы Абдрафиҡова (уның хеҙмәт стажы 35 йыл) ауыл халҡының һаулығы тураһында хәстәрлек күрә.
«Ауыл ҙур, балалы ғаиләләр күп. Шуға күрә бындай объект беҙгә бик кәрәк ине, әлбиттә. Федераль ярҙам менән республикабыҙҙа ошондай амбулаториялар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөйбөҙ. Байтаҡ эштәр башҡарылған, яңыртыуға мохтаж медицина учреждениелары күп ҡалманы. Әммә улар бар. Беҙҙең бурыс — 2030 йылға тиклем был эште тамамлау», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
