Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған22.05.2026

Ата-әсә ҡыҙҙарына Изольда тип ҡушҡан.

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты | матбуғат хеҙмәте

15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Башҡортостанда Курбатовтар ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән. Мария менән Анатолийҙың  ҡыҙҙары тыуған.

Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙсыҡтың Сергей (2015 йылғы), Евгений (2017 йылғы), Кирилл (2019 йылғы) һәм Денис (2020 йылғы) исемле ағайҙары, Дарья исемле (2021 йылғы) апаһы бар.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа ата-әсәгә Рәсәй Федерацияһы гражданы Курбатова Изольда Анатольевнаның тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырҙы.



Вернуться назад