Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы21.05.2026

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар өсөн» тигән һүҙҙәр яҙылған плакат менән фотоға төшкән.

Фото: Рөстәм Нәбиев | Социаль селтәрҙәр

Блогер һәм альпинист Рөстәм Нәбиев донъяның иң бейек түбәһенә – Эверест тауына менеп еткән. Яҡташыбыҙ 8,8 мең метрлыҡ бейеклеккә күтәрелгән. Бөгөн ул донъяла ошо юлды ҡулдарында ғына үткән беренсе альпинист булып иҫәпләнә.

«Маҡсатыма ирештем! Мин донъяның иң бейек тауында. Әле илайым. Әллә ҡыуанысымдан, әллә иҫән ҡалғаныма, әллә шул тиклем ныҡ арығаныма... ... Туҡтай алмай илайым, — тип яҙҙы ул. — Был артылыуҙы мине ҡарап барған һәр кемгә бағышлайым. Йәшәйһегеҙ икән, көрәшегеҙ! Аҙаҡҡаса көрәшегеҙ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Эверестҡа экспедиция апрелдә башланды. Быға тиклем ул 6476 метр бейеклектәге «Мера Пик» түбәһенә менгән, унда акклиматизация үткән һәм алдағы экстремаль һынауға әҙерләнгән. Эверест түбәһе база лагерынан 21 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Рөстәм Нәбиев тауға үҙенең тыуған көнөндә, 14 майҙа, күтәрелә башлаған.

Биш йылда яҡташыбыҙ Эльбрустың ике түбәһенә (5642 метр /5621 метр), Манаслу (8163 метр), Арарат (5165 метр), Казбек (5033метр), Килиманджаро (5895 метр), Аконкагуа (6962 метр) һәм Ирәмәл (1589 метр) тауҙарына артылған.

Фото: Рөстәм Нәбиев | Социаль селтәрҙәр


Вернуться назад